Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 11:06

Берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһе раҫланды

Рәсәй Мәғариф министрлығы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә Берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһен раҫланы, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Рәсәй Мәғариф министрлығы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә Берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһен раҫланы, тип хәбәр итә “Башинформ”. Тейешле бойороҡ 17 июндә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Һынау имтихандары 29 һәм 30 июндә була. Артабан сығарылыш класс уҡыусылары түбәндәге фәндәрҙән имтихан бирә:
3 июлдә — география, әҙәбиәт һәм информатика,
6 һәм 7 июлдә — рус теле,
10 июлдә — профилле математика,
13 июлдә — тарих һәм физика,
16 июлдә — йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия,
20 июлдә ― биология һәм сит телдән имтихандың яҙма өлөшө,
22 һәм 23 июлдә — сит телдәрҙең «һөйләшеү» бүлеге,
24 июлдә — бөтә фәндәрҙән (телдәрҙән тыш),
25 июлдә — бөтә фәндәрҙән.
3-8 августа Берҙәм дәүләт имтиханының икенсе тулҡыны була.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: