Район ауыл биләмәләрендә ауылдарҙы һәм социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттарын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Бикбау ауыл биләмәһенә ҡараған Түбәнге Бикбирҙелә урамға һәм мәҙәниәт усағы менән ФАП территорияһына асфальт түшәү тамамланды. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Ғәмәлдәге эштәр" проекты буйынса Трушин ауылында мәктәп кәртәләүе яңыртылды.