Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 14:30

Фольклориада киләһе йылға күсерелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын 2021 йылға күсереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документтың тулы тексы хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын 2021 йылға күсереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документтың тулы тексы хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылды.

Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл Өфөлә 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтергә тейеш ине. Был сара дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылып килә, кешелектә мәҙәни йолаларҙың күп төрлөлөгөн билдәләп, уларҙы һаҡлауға булышлыҡ итә. Тәүге фестиваль 1996 йылда Нидерландтарҙа үтә, артабан Япония, Венгрия, Ҡытай, Корея, Мексикала ойошторола.

Алдан ТАСС хәбәр итеүенсә, фольклориадала 85 илдән өс мең артист ҡатнашыр тип күҙаллана, быға республика һәм ил бюджеттарынан 500 миллион һум аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Сығымдарҙың байтаҡ өлөшө - 200 миллион һум тирәһе - 85 коллективты туҡландырыуға, Мәскәүҙән Өфөгә трансферға тотоноласаҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас в