Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 13:00

Көн эҫе,йылға үҙенә саҡыра - әммә һаҡ булығыҙ!

Шаһиттар ҡотҡарыусыларға егеттең батҡаны тураһында хәбәр иткәнсе, ул һыу өҫтөнән юғалған була. Әле лә кәүҙәһен тапмағандар, урында водолаздар эшләй.

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 июндә сәғәт биштәр тирәһендә баш ҡалалағы һыу ятҡылығында халыҡ алдында 20 йәшлек егет батып үлгән.
Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, егет тыйылған урынға һыу инергә төшә. Мәғлүм булыуынса, Ағиҙелдең “Ҡояшлы” пляжынан өҫтәрәк ерҙә рельефтың ҡапыл төшкән урындары бар.
Шаһиттар ҡотҡарыусыларға егеттең батҡаны тураһында хәбәр иткәнсе, ул һыу өҫтөнән юғалған була. Әле лә кәүҙәһен тапмағандар, урында водолаздар эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек ошондай фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр әле һаман “был беҙҙең менән булмаҫ” тип уйлап, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Һөҙөмтәлә бындай ғәмһеҙлектең хаҡы ҡайтарып алғыһыҙға әйләнә... Һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!
Фото “Горобзор” сайтынан.
Читайте нас: