Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 18:00

Бөгөн - иң оҙон көн!

Бөгөн Йәйге нардуған, йәғни Ҡояш тотолған, яңы ай тыуған һәм йәйге ҡояш торошо (иң оҙон көн) көнө һәм иң ҡыҫҡа төн, тәбиғәтте аяу байрамы.

Бөгөн Йәйге нардуған, йәғни Ҡояш тотолған, яңы ай тыуған һәм йәйге ҡояш торошо (иң оҙон көн) көнө һәм иң ҡыҫҡа төн, тәбиғәтте аяу байрамы.
Йәғни бөгөн көслө энергиялар аҫтында буласаҡбыҙ. Улар ғаиләләге мөнәсәбәттәргә йоғонто яһай ала. Шуға ла ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла тыныслыҡ һаҡларға, бәхәскә инмәҫкә кәңәш ителә. Астрологтар был көндө теләктәр теләү кәрәк, ҡояш энергияһы уларҙың тормошҡа ашыуына булышлыҡ итә ала, ти. Ай тулғанда яңы эштәр башларға кәңәш ителә.
Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән.
Читайте нас: