Бынан теүәл 79 йыл элек ошо көндә немец фашистары илебеҙгә баҫып инде. Йылдағы иң оҙон көн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип иғлан ителде. Бөтә илдә бөгөн иҫтәлекле саралар үтәсәк.
Мәскәү ваҡыты буйынса 12.15 сәғәттә бөтә ил менән бер минутлыҡ тынлыҡ кисерәсәкбеҙ. Тап ошо ваҡытта СССР-ҙың халыҡ комиссары Вячеслав Молотов тура эфирҙа халыҡҡа фашистарҙың илгә баҫып инеүе тураһында хәбәр иткән.
Өфөлә һалдаттар фронтҡа киткән тимер юл вокзалында һәйкәл асыу планлаштырыла. Бөгөн төндә Башҡортостан “Хәтер шәме” акцияһына ҡушылды, “Башҡортостан”концерт залы алдындағы майҙанда йәштәр һуғыштан әйләнеп ҡаймаған яугирҙәр иҫтәлегенә шәм ҡабыҙҙы.