Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 18:30

Фронтҡа китеүселәргә һәйкәл

Хәтер һәм матәм көнөндә Өфө тимер юл вокзалында 1941 йылдың йәйендә һуғышҡа киткән яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Хәтер һәм матәм көнөндә Өфө тимер юл вокзалында 1941 йылдың йәйендә һуғышҡа киткән яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
"Ошонан йөҙәр меңләп яҡташыбыҙ фронтҡа киткән. Башҡорт, рус, татар, сыуаш һәм башҡа телдәрҙә йырҙар яңғыраған. Атайҙар, ирҙәр, улдар, ҡыҙҙар китә, эскерһеҙ ышанып, Бөйөк Еңеү менән иҫән ҡайтыуҙарына ышанып. Әммә һуғыш аяуһыҙ. Оло ҡайғы булып, 322 мең яҡташыбыҙ яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалды. Тик беҙҙең яугирҙәрҙең батырлығы һәм ҡаһарманлығы арҡаһында дошман ҡыйратылды. Һәм тағы ла, нәҡ ошо перронға 1945 йылдың йәйендә яугир-еңеүселәр менән эшелондар килә", - тине республика Башлығы.
Мәрмәр-гранит скульптура композицияһы 1941 йылдағы оҙатыуҙарҙы сағылдырған бер ансаблде тәшкил итә. Радий Хәбиров республиканың был байрамды көтөп алыуын билдәләне. Хәҙер килгән һәр кеше объект эргәһендә туҡтап, батырҙарҙы иҫкә аласаҡ.
- Был һәйкәл китап буйынса өйрәнгән түгел, ә ветерандар аша белгән тарих символы буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һәйкәлгә таш һалған ветерандар уны асыуға тиклем йәшәй алманы. Әммә беҙ уларҙы иҫләйәсәкбеҙ, - тине республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов.
Бөйөк Ватан һуғышына киткәндәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл ете һындан тора. Уларҙың һәр береһе төрлө милли кейемдәр кейгән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров әйтеүенсә, был республиканың күп милләтле булыуын сағылдырыу өсөн эшләнгән. Объектты скульптор Вадим Кириллов етәкселегендә авторҙар коллективы тормошҡа ашырған.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: