Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 13:30

Путин медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм ғалимдарҙы бүләкләне

Рәсәй президенты Владимир Путин илдең медицина һәм фәнни учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен Пирогов ордены һәм Лука Крымский миҙалы менән бүләкләү тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй президенты Владимир Путин илдең медицина һәм фәнни учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен Пирогов ордены һәм Лука Крымский миҙалы менән бүләкләү тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы. Наградалар коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә индергән ҙур өлөш һәм фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн тапшырыла.
Шулай уҡ Хеҙмәт Геройы исемдәре һәм маҡтаулы исемдәр бирелә. Айырым бойороҡ менән COVID-19 таралыуына ҡаршы көрәшкә индергән өлөштәре өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре почет грамоталары һәм президенттың рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Наградаларға илдең төрлө төбәктәренән меңәрләгән шәфҡәт туташтары, табиптар, водителдәр, лаборанттар, ғалимдар лайыҡ булды.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: