Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 17:00

3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡса түләү шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡса түләү шарттары үҙгәрҙе. Әгәр элек түләү алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең барлыҡ эшкә һәләтле ағзалары эшләргә йәки көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш булһа, хәҙер иһә был сикләү бөтөрөлдө.

Башҡортостанда 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡса түләү шарттары үҙгәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан ДТРК-һы. Әгәр элек түләү алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең барлыҡ эшкә һәләтле ағзалары эшләргә йәки көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш булһа, хәҙер иһә был сикләү бөтөрөлдө.
Хәҙер 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған бөтә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ошондай түләү алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнең эшләп йәки уҡып йөрөүе мотлаҡ тип һаналмай. Граждандарға ғариза биреү ҙә етә. Әлеге ваҡытта түләүҙең күләме 4 984 һум.
Фото: ud.kmvcity.ru
Читайте нас: