Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 21:00

“Хәстәрлек картаһы” проекты башлана

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала. Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә.

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала. Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә, тип хәбәр итте бөгөн Башҡортостан ДТРК-һы.
Партия сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында үҙәктең эшмәкәрлегенә аралаш йомғаҡ яһалды. Пандемия осоронда ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарға 250 мең дана аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырған, Бәйләнештәр үҙәге 82 мең мөрәжәғәтте ҡабул итеп эшкәрткән.
Март аҙағында ойошторолған онлайн-лекторийҙарҙың эше лә юғары баһаға лайыҡ. Хөкүмәт вәкилдәре һәм төрлө белгестәр биргән белешмәләрҙе 650 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Онлайн-лекторийҙар эшен һаулыҡ һаҡлау ғына түгел башҡа социаль ярҙам мәсьәләләрен ҡағылышлы темалар буйынса ла артабан дауам итеү ҡарала. Был миҙгелде йомғаҡлау лекторийы 30 июнгә тәғәйенләнгән.
Төбәк сәйәси советы Президиумы шулай уҡ быйыл 13 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарҙа муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа дәғүәселәр күрһәтеү тураһында килеште һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа дәғүәселәр исемлеген раҫланы. Сәйәси партияның Төбәк идаралығы Секретары Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы һәм художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡовҡа партия ағзаһы танытмаһын тапшырҙы. Журналистар бәйгеһендә еңеүселәрҙе һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Республика башлығы 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе ойоштороу мәсьәләһенә айырым туҡталды. Радий Хәбиров был сарала тәү сиратта кеше сәләмәтлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir
Читайте нас: