Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҫерек водителдәрҙе асыҡлау сараларын көсәйтергә өндәне, тип
хәбәр итә Башҡортостан ДТРК-һы. Был ҡарарҙы ул үткән аҙнала республикала теркәлгән ике аяныс фажиғә сәбәпле ҡабул итте. Бер нисә көн эсендә ике районда балаларҙы тапатыу осрағы теркәлде, икеһендә дә руль артында иҫерек водитель булған. Радий Хәбиров ЮХХДИ-ға аңлатмалар бирергә, был тәңгәлдә эште йәнләндерергә саҡырҙы. Юлдарҙа водителдәрҙе тикшереүҙе көсәйтергә, белешмә эшен нығытырға кәрәк, тине Республика башлығы. Ошо аҙнала ведомствоның яуаплы вәкилдәренә йыйылып, файҙалы эшмәкәрлек йүнәлештәрен ҡорорға тәҡдим итте.