Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 19:00

Сикләү саралары кәметелә, әммә коронавирусҡа ҡаршы көрәш туҡтамай

Башҡортостанда киләһе аҙнанан спорт учреждениелары асыла, яҡын киләсәктә мәҙәниәт ойошмаларына ла йөрөргә мөмкин буласаҡ.

Башҡортостанда киләһе аҙнанан спорт учреждениелары асыла, яҡын киләсәктә мәҙәниәт ойошмаларына ла йөрөргә мөмкин буласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан ДТРК-һы.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров мәҙәни, дини саралар уҙғарыуҙы рөхсәт итергә тигән тәҡдим яһаны. Оператив кәңәшмәне асып, Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығында торған аҡ халатлыларҙың бер төркөмө ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты исеменән наградалар алды. Исемлектә Башҡортостан табиптары ла бар. Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, КОВИД19 менән көрәштә 82 яҡташыбыҙҙың фиҙәҡәр хеҙмәте юғары баһаланған. Ә эш урынында коронавирус йоҡторған табиптар һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан шифаханаларға бушлай юллама бирәсәк. Ундайҙар һаны бөгөнгә 500-ҙән ашыу.
Сикләүҙәр йомшарыуын, саралар күплеген иҫәпкә алып Радий Хәбиров коллегаларына һәм етәкселәргә мөрәжәғәт итте: вирус таралыу хәүефе булғанда аныҡ һәм тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш туҡтамай, әммә иҡтисад менән бергә башҡа тармаҡтарҙы ла ғәҙәти тормошҡа ҡайтарырға ваҡыт. Был аҙнала фитнес клубтар эш башланы, киләһенән бөтә спорт учреждениелары асыла.
Радий Хәбиров мәҙәни ойошмаларҙа ла саралар уҙғарыуҙы рөхсәт итергә, бының өсөн хәүефһеҙлек сараларын алдан хәстәрләргә һәм Указда билдәләнгән талаптарҙы ла яраҡлаштырыу бурысын ҡуйҙы. Дини ойошмалар өсөн дә сикләүҙәр кәметелә. Социаль учреждениеларҙа әлегә вахта режимы дауам итә, ә 1 июлдә үтәсәк тауыш биреүҙә уларҙың ҡайһы берҙәре генә ҡатнаша ала.
Оператив кәңәшмәлә был аҙнала башланасаҡ мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек баһаланды. 3 миллиондан ашыу бюллетен Участка һайлау комиссияларына тапшырылған, тауыш бирергә килеүселәр өсөн һаҡланыу саралары әҙерләнгән. Һыуҙа һәм юлдарҙа үлем осраҡтары артыуы ла Оператив кәңәшмәлә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Республика Башлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһына рейдтарҙы арттырырға, хакимиәттәргә рөхсәт ителмәгән урында һыу төшөүселәр менән аңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушылды.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: