Уйланырға ваҡыт аҙ ҡалды. Бер нисә көндән илебеҙ өсөн тарихи ваҡиға буласаҡ – Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Унда ҡатнашыу - һәр кемдең изге бурысы. Ситтә ҡалһаң, тимәк, һин битараф, киләсәгең өсөн борсолмайһың.
Әлбиттә, Конституцияға тәҡдим ителгән төҙәтмәләр йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙыра. Мәҫәлән, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов түбәндәге фекере менән уртаҡлашты:
– Конституцияға төҙәтмәләрҙә, минең күреүемсә, бик матур, ыңғай ғына үҙгәрештәр индерелгән. Беҙҙең Рәсәй халыҡтарының, дәүләтенең берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән яңы үҙгәртеүҙәрҙе бик хуп күрәм. Ысынлап та, быға тиклем дөйөм һүҙҙәр менән бирелгән фекерҙәр, төшөнсәләр яңы тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙә бик ентекле, аңлайышлы яҙылған. Бигерәк тә беҙҙең Рәсәй тарихына булған һөжүмгә ҡаршы торорлоҡ төҙәтмәләр индерелгән. Унда халыҡтарҙың дуҫлығын, берҙәмлеген һәм ил халыҡтарының дәүләт телдәренең статустары тағы бер тапҡыр нығытып телгә алына, ошо дәүләт телдәрен, Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен яҡларға тигән хоҡуҡ күрһәтелә, раҫлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлдә үтә. Ул ял көнө тип иғлан ителде. Тауыш биреү участкаларында халыҡ әүҙем ҡатнашһын, үҙ һүҙен әйтһен өсөн коронавирустан һаҡланыу буйынса саралар күреләсәк.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.