Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 12:00

Торатауҙа – яңы эко-отель

Яҡын көндәрҙә Ишембай районында туризимды үҙ итеүселәр өсөн яңы ҡунаҡхана асыла, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Ҡурай тажына оҡшатып ҡоролған тирмәләрҙе төҙөүҙә башлыса экологик материалдар ҡулланылған. Майҙандың уртаһында кафе ла эшләйәсәк. Тәжрибәле ашнаҡсылар туристарҙың иғтибарын милли аш-һыу һәм эсемлектәр менән йәлеп итергә ниәтләй.Үҙенсәлекле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн ағас һәм мамыҡ кеүек экологик материалдар ҡулланыла. Әлегә Күмертауҙа етештерелгән йәйге тирмәләр ҡуйылған. Хужалар үҙ ҡунаҡтарын йыл дауамында ҡабул итергә әҙерләнә. Шуға ла ҡышҡы миҙгелгә улар тирмәләрҙе кейеҙ менән ҡапларға, шулай йылытыу ҡоролмалары ҡуйырға ниәтләй. «Аll inclusive» системаһын үҙ итеүселәр өсөн кафела туҡталыу, Торатауға экскурсия, һыбай йөрөү, фотоссия, велосипедта һәм саңғыла йөрөү кеүек мөмкинлектәр тыуҙырыу ҡаралған.Урындағы ашнаҡсылар ял итеүселәрҙе милли аш-һыу, шул иҫәптән хәләл ризыҡтар менән ҡыуандырырға теләй. Ҡунаҡханала һәм кафела эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн эш урындары ла булдырыла. Тирмәләр ҡаласығы үҙенең тәүге туристарын 1 июлдән ҡабул итә башласаҡ. Рәсәйҙә махсус һаҡланған биләмәләрҙә экологик туризмды үҫтереү “Экология” милли проекты сиктәрендәге “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” федераль проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.Фото: bash.news#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яҡын көндәрҙә Ишембай районында туризимды үҙ итеүселәр өсөн яңы ҡунаҡхана асыла, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Ҡурай тажына оҡшатып ҡоролған тирмәләрҙе төҙөүҙә башлыса экологик материалдар ҡулланылған. Майҙандың уртаһында кафе ла эшләйәсәк. Тәжрибәле ашнаҡсылар туристарҙың иғтибарын милли аш-һыу һәм эсемлектәр менән йәлеп итергә ниәтләй.
Үҙенсәлекле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн ағас һәм мамыҡ кеүек экологик материалдар ҡулланыла. Әлегә Күмертауҙа етештерелгән йәйге тирмәләр ҡуйылған. Хужалар үҙ ҡунаҡтарын йыл дауамында ҡабул итергә әҙерләнә. Шуға ла ҡышҡы миҙгелгә улар тирмәләрҙе кейеҙ менән ҡапларға, шулай йылытыу ҡоролмалары ҡуйырға ниәтләй. «Аll inclusive» системаһын үҙ итеүселәр өсөн кафела туҡталыу, Торатауға экскурсия, һыбай йөрөү, фотоссия, велосипедта һәм саңғыла йөрөү кеүек мөмкинлектәр тыуҙырыу ҡаралған.
Урындағы ашнаҡсылар ял итеүселәрҙе милли аш-һыу, шул иҫәптән хәләл ризыҡтар менән ҡыуандырырға теләй. Ҡунаҡханала һәм кафела эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн эш урындары ла булдырыла. Тирмәләр ҡаласығы үҙенең тәүге туристарын 1 июлдән ҡабул итә башласаҡ.
Рәсәйҙә махсус һаҡланған биләмәләрҙә экологик туризмды үҫтереү “Экология” милли проекты сиктәрендәге “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” федераль проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Фото: bash.news
Читайте нас: