Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 13:00

"Ауыл сәғәте"ндә мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә “Ауыл сәғәте” тәртибендә сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ит эшкәртеү һәм ит ризыҡтарын республика баҙарында һатыу мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә “Ауыл сәғәте” тәртибендә сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ит эшкәртеү һәм ит ризыҡтарын республика баҙарында һатыу мәсьәләләре тикшерелде.
Республика етәксеһе тармаҡты стратегик үҫтереү буйынса системалы ҡарарҙар ҡабул итеү зарурлығын белдерҙе.
Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев – ит ризыҡтары баҙарындағы хәл, ә “Зуев” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альберт Мөхәмәтйәров ит малы үрсетеү технологияһы, шулай уҡ продукция эшкәртеүҙе һәм һатыуҙы ойоштороу тураһында һөйләне.
Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына мал һимертеү майҙансыҡтарын арттырыу буйынса комплекслы план төҙөргә ҡушты һәм ошо өлкәлә уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһендә күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрергә тәҡдим итте.
– Фермерҙарҙы субсидиялау һәм проекттарға аҡса йәлеп итеү йәһәтенән мөмкинлектәрҙе өйрәнеп, административ сараларҙы иҡтисади саралар менән берләштереү мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Тағы ла бер йүнәлеш – сауҙа инфраструктураһын, шул иҫәптән баҙар һәм йәрминкәләр инфраструктураһын үҫтереү. Өфө миҫалында был турала баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Фадеев хәбәр итте.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә муниципалитеттар менән берлектә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Салауатта, Октябрьскийҙа баҙар һәм йәрминкә сауҙаһының заманса форматтарын үҫтереү программаһын төҙөү бурысын йөкмәтте.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: