"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 18:35

Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүе

Республикала һайлауҙы үткәреү өсөн 3431 һайлау участкаһы ойошторолған. Һайлаусылар һанын 3 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә.

Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүе
Республикала һайлауҙы үткәреү өсөн 3431 һайлау участкаһы ойошторолған. Һайлаусылар һанын 3 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә.
Йәмәғәт күҙәтеүселәренә килгәндә, уларҙың күпселеге “Берҙәм Рәсәй” партияһынан, уларҙың һаны – 10185 кеше. Артабан “Ғәҙел Рәсәй” (65 кеше), “Гражданлыҡ платформаһы” (25 кеше) килә. Исемлектәр әле тулылана. Йүнәлтмәләр 29 июнгә тиклем бирелә, был йүнәлештә эш дауам итә.
Бөгөнгә ҡарата 34500 күҙәтеүсе УИК номеры менән йүнәлтмә алған. Тик уларҙың әҙерәк булыуы ла ихтимал. Шуныһын билдәләйбеҙ, йәмәғәт күҙәтеүсеһе бер участкала ғына эшләй ала.
– Был – һәр кешенең гражданлыҡ позицияһы, ул участкаға бер-ике сәғәткә йәки көн һайын бара ала, – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. – Йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға хоҡуғы булған һәр кешенең йүнәлтмәһе бар, бер кемгә лә баш тартманыҡ. Үҙҙәрен үҙҙәре тәҡдим иткәндәр күп. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа әүҙем ҡатнаша был эштә (22 ойошма). Әлеге ваҡытта йәмәғәт күҙәтеүе эше башланды ла инде. Улар барлыҡ санитария талаптарының үтәлеүе тураһында хәбәр итә, фотолар ебәрә. Кешеләрҙең күпләп йыйылыуы теркәлмәй.
Һәр бер күҙәтеүсегә Үҙәк һайлау комиссияһы битлек, бирсәткә, санитайзер һәм бер тапҡыр ҡуллана торған ручка биргән. Уларҙың һәм участкаға ингән һәр кемдең температураһы үлсәнә.
Читайте нас: