Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 17:09

Табиптарҙың эш хаҡы алдағы йылға ҡарағанда 8,8 процентҡа күберәк

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25-се ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров сығыш яһаны. Улар республиканың бөтә тармаҡтарына ла ентекләп туҡталып, 2019 йыл ҡаҙаныштары һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25-се ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров сығыш яһаны. Улар республиканың бөтә тармаҡтарына ла ентекләп туҡталып, 2019 йыл ҡаҙаныштары һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
Андрей Геннадьевич белдереүенсә, былтыр республикала демография мәсьәләһендә граждандарҙың ғүмер оҙайлылығын арттырыуға өлгәшелгән – ул 6,5 айға артып, 72,64 йыл тәшкил иткән, ә 2018 йылда 72,06 булған. “Ошондай үҫеш һаҡланғанда, ғүмер оҙайлылығы буйынса илдә тәүге биш төбәк иҫәбенә инә алабыҙ”, – тине Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары.
Былтыр миграция кәмеүе 5506 кеше тәшкил иткән, 2018 йылда беҙҙән 8858 кеше беҙҙән киткән булған.
Әлегә тыуым кәмеүе туҡтамаған, ул 2015 йылдан түбәнәйә генә. Был мәсьәлә бөтә илдәр өсөн дә бер төрлө – теркәлгән никахтар һаны кәмей, әсәләр олоғая төшкәс кенә бала таба. Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эш алып барылыуы хаҡында белдерҙе докладсы. Аныҡлап туҡталғанда, ҡатын-ҡыҙҙар бала ҡарау менән эште бергә эшләй алһын өсөн шарттар тыуҙырыла. Былтыр “Демография” милли проекты сиктәрендә балалы ғаиләләргә ярҙам саралары күпкә арттырылған. Ғөмүмән, балалы ғаиләләргә социаль ярҙамға 6,7 миллиард һум йүнәлтелгән.
Былтыр медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын һигеҙ процентҡа арттырыуға өлгәшелгән, шулай уҡ һан буйынса ла артҡандар. Мәҫәлән, элек табиптар менән тәьмин ителгәнлек буйынса – 59-сы, урта медицина хеҙмәткәрҙәре буйынса 52-се урында торһаҡ, хәҙер 10 мең кешегә 35,6 табип тура килә, ике процент үҫеш күҙәтелә. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары аша социаль ярҙам сараларын арттырыу һөҙөмтәһендә медицинаға йәштәрҙең килеүен дәртләндереүгә өлгәшелгән.
Былтыр медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса хеҙмәт хаҡы 36129 һум тәшкил иткән, 2018 йыл менән сағыштырғанда 8,3 процентҡа артҡан. Табиптарҙың хеҙмәт хаҡы 64861 һум булған, алдағы йылға ҡарағанда 8,8 процентҡа күп. Дөйөм алғанда, былтыр был тармаҡты дәүләт сығанаҡтарынан финанслау 75,4 миллиард һум тәшкил иткән.
ФОТО:скриншот
Читайте нас: