Рәсәй Президенты Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа, Көнбайыш сәйәсмәндәре Икенсе донъя һуғышы тураһында хәҡиҡәтте белә, әммә дәреслектәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында икенсе идеяларҙы алға сығара, тип белдерҙе.
“Әлбиттә, Көнбайыштағы сәйәсмәндәр ҙә, белгестәр ҙә, тарихсылар ҙа барыһын да бик яҡшы белә. Улар нимә, 1941 йылдың 22 июнендә Советтар Союзы Германияға түгел, ә фашистик Германия Советтар Союзына һөжүм иткәнен белмәйме? Был билдәле түгелме ни? Бөтәһе лә белә”, – тине ул.
Путин әйтеүенсә, фашистарҙы үҙ ояһында кем дөмөктөргәнен, Берлинды кем штурм менән яулағанын барыһы ла белә, әммә дәреслектәрҙә был хаҡта яҙмайҙар, киң мәғлүмәт сараларында икенсе идеяларҙы үткәрәләр. Шулай уҡ дәүләт етәксеһе Хиросима менән Нагаскиға ядро бомбаларын кем ташлағаны ла бөтәһенә лә билдәле булыуын, әммә Япония дәреслектәрендә, союзниктар, тип яҙылыуын билдәләне. Союзниктарҙың бер ниндәй ҙә ядро бомбаһы булмаған, ул Ҡушма Штаттарҙа ғына булған.