Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 16:00

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Статистиктар Башҡортостандағы уртаса эш хаҡын атаны.

Статистиктар Башҡортостандағы уртаса эш хаҡын атаны, тип хәбәр итә «Башинформ»
Башҡортостанда быйыл апрелдә уртаса айлыҡ номиналь иҫәпләнгән эш хаҡы 37 124 һумға еткән, дөйөм алғанда, ғинуар-апрелдә 36 143 һумдан артҡан, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Шул уҡ ваҡытта апрелдә республикала реаль иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы, 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 0,1 процентҡа кәмегән. Ғинуар-апрелдә, киреһенсә, 3 процентҡа артҡан.
Фото: Валерий Шахов. «Башинформ»
Читайте нас: