Башҡортостандың еңел сәнәғәт ассоциацияһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты балаларҙың теләген дә, техник талаптарҙы ла иҫәпкә алған мәктәп формаһы коллекцияһын әҙерләгән, тип
хәбәр итте “Башинформ”. Комплекттың хаҡы 4 мең һумдан артмай. Был хаҡта 25 июндә сираттағы «Мәғариф сәғәте»ндә билдәле булды. Уны онлайн режимында республика башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.