Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 11:00

Йәштәр көнө менән!

Ҡәҙерле егеттәр һәм ҡыҙҙар! Рәсәй календарындағы иң сағыу байрамдарҙың береһе – Йәштәр көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Йәшлек – тормош күп төрлө юлдар асҡан бик күркәм осор. Ул яҡты өмөттәр, ҡыйыу эксперименттар, үҙ юлыңды эҙләү, ҙур пландар һәм прогрессив идеялар ваҡыты. Нәҡ һеҙ – йәш ейәнсуралар, әүҙем, маҡсатҡа ынтылыусан, инициативалы, тәүәккәл, талантлы һәм белемле йәштәр, яҡын киләсәктә район йөҙөн билдәләйәсәкһегеҙ, иҡтисад, идара һәм етештереү нигеҙе буласаҡһығыҙ. Беҙ район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, бизнес менән уңышлы шөғөлләнгән, төрлө ярыштарҙа, фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа еңеү яулаған йәштәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Һеҙҙең бөгөнгө уңыштарығыҙ – райондың киләсәктәге тотороҡлолоғо һәм сәскә атыуының нигеҙе.Һеҙгә иң ҡыйыу проекттарығыҙҙың һәм пландарығыҙҙың тиҙ арала тормошҡа ашыуын, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, һәм бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем! Йәшлек йылдарығыҙ сағыу ваҡиғаларға бай һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын!Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Ҡәҙерле егеттәр һәм ҡыҙҙар! Рәсәй календарындағы иң сағыу байрамдарҙың береһе – Йәштәр көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Йәшлек – тормош күп төрлө юлдар асҡан бик күркәм осор. Ул яҡты өмөттәр, ҡыйыу эксперименттар, үҙ юлыңды эҙләү, ҙур пландар һәм прогрессив идеялар ваҡыты. Нәҡ һеҙ – йәш ейәнсуралар, әүҙем, маҡсатҡа ынтылыусан, инициативалы, тәүәккәл, талантлы һәм белемле йәштәр, яҡын киләсәктә район йөҙөн билдәләйәсәкһегеҙ, иҡтисад, идара һәм етештереү нигеҙе буласаҡһығыҙ. Беҙ район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, бизнес менән уңышлы шөғөлләнгән, төрлө ярыштарҙа, фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа еңеү яулаған йәштәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Һеҙҙең бөгөнгө уңыштарығыҙ – райондың киләсәктәге тотороҡлолоғо һәм сәскә атыуының нигеҙе.
Һеҙгә иң ҡыйыу проекттарығыҙҙың һәм пландарығыҙҙың тиҙ арала тормошҡа ашыуын, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, һәм бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем! Йәшлек йылдарығыҙ сағыу ваҡиғаларға бай һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын!

Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Читайте нас: