Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 16:30

Йәйәнән атыу буйынса уҡытыу семинары үткәрелә

29 июндә сәғәт 12.00-дә район мәҙәниәт йортонда йәйәнән атыу буйынса уҡытыу семинары үткәрелә. Ойоштороусыһы – «Мәргән уҡсы» республика хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәйнуллин.Семинар РФ Президенты грантына «7 ырыу Мәргән уҡсы» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Проекттың маҡсаты – урындарҙа күмәк саралар: һабантуйҙар, форумдар, фестивалдәр, төрлө ярыштар үткәреү өсөн уҡсылар клубтары әҙерләү.Семинарҙың программаһы:Теоретик өлөш («Мәргән уҡсы» хәрәкәте, үткәрелеүсе фестивалдәр, башҡорттарҙың традицион ир-ат кейемдәре тураһында. Хәүефһеҙлек техникһы буйынса инструктаж).Практик өлөш (Атыу ҡағиҙәләре һәм ысулдары).Грант аҡсаһына беҙҙең район өсөн йәйәләр, уҡтар, уҡ тотоусы ҡалҡандар – изолонблоктар һатып алынасаҡ.

29 июндә сәғәт 12.00-дә район мәҙәниәт йортонда йәйәнән атыу буйынса уҡытыу семинары үткәрелә. Ойоштороусыһы – «Мәргән уҡсы» республика хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәйнуллин.
Семинар РФ Президенты грантына «7 ырыу Мәргән уҡсы» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Проекттың маҡсаты – урындарҙа күмәк саралар: һабантуйҙар, форумдар, фестивалдәр, төрлө ярыштар үткәреү өсөн уҡсылар клубтары әҙерләү.
Семинарҙың программаһы:
  1. Теоретик өлөш («Мәргән уҡсы» хәрәкәте, үткәрелеүсе фестивалдәр, башҡорттарҙың традицион ир-ат кейемдәре тураһында. Хәүефһеҙлек техникһы буйынса инструктаж).
  2. Практик өлөш (Атыу ҡағиҙәләре һәм ысулдары).
  3. Грант аҡсаһына беҙҙең район өсөн йәйәләр, уҡтар, уҡ тотоусы ҡалҡандар – изолонблоктар һатып алынасаҡ.
    Читайте нас: