Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2020, 18:30

Гражданлыҡ бурысын үтәйҙәр

#КонституцияғаТөҙәтмәләр #ТауышБирәбеҙ1935-се һанлы һайлау участкаһында (гимназия) 28 июндә сәғәт 12-гә тиклем 340 кеше Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү өсөн тауыш биргәне асыҡланды.

#КонституцияғаТөҙәтмәләр
#ТауышБирәбеҙ
1935-се һанлы һайлау участкаһында (гимназия) 28 июндә сәғәт 12-гә тиклем 340 кеше Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү өсөн тауыш биргәне асыҡланды. Бында һайлау участкаһы комиссия рәйесе Ю. Ф. Саматов, урынбаҫары Ф.С. Сөләймәнов етәкселендә 1 июлгәсә иртәнге 8-ҙән киске 8-гәсә эшләйәсәк . Һайлау барышында тәртип булыуын күҙәтеүсе РФ эске эштәр министрлығы вәкиле капитан Әлфиә Шәрәфетдин ҡыҙы Аҙнағолова әйтеүенсә, комиссия ағзалары һәм халыҡ үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Беҙ барғанда һайлау барышын тикшереп, район эштәр бүлегенән подполковник Хәбир Әҙип улы Танһыҡҡужин да килде.
Әнисә Бикташева.
Читайте нас: