Районыбыҙҙа Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә.
Иҫәнғолдоң 1931-се һәм 1932-се һайлау участкаларында кешеләр гражданлыҡ бурысын үтәргә килә. Йәнлелек һиҙелмәй - берәмләп киләләр. пандемияға бәйле, һәр кем дистанция һаҡлай. 1931-се һайлау участкаһы ишек төбөндә Кәрим Дәүләтшин килеүселәрҙең температураһын
контактһыҙ термометр менән үлсәп индерә, һәр береһенә бирсәткә, битлек бирә.
-Беҙ бөгөн илебеҙҙең, тимәк, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ. Һәр төҙәтмә – үҙебеҙ өсөн, Рәсәйҙә йәшәгән һәм йәшәйәсәк кешеләр өсөн. Шуға ла улар мөһим. Гражданлыҡ бурысыбыҙҙы атҡарып, беҙ илебеҙҙең киләсәген яҙабыҙ, – тиҙәр тауыш биреүселәр.
Билдәле булыуынса, тауыш биреү 1 июлгә тиклем дауам итә.