Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 11:19

1 июлдән Рәсәйҙә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә

-16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған; - барлыҡ төбәктәр үҙмәшғүлдәр өсөн һалым индерергә хоҡуҡлы, ә үҙмәшғүл статусын 16 йәштән алырға мөмкин; - Рәсәйҙә туристик миҙгел асыла. Балалар лагерҙары һәм шифаханалар эшләй башлай (төбәктәр үҙҙәре хәл итә); - дарыуға, аяҡ кейеменә һәм тәмәкегә билдә мотлаҡ ҡуйылырға тейеш; - пенсионерҙарҙың ҡайһы бер категорияларына

-16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған;
-барлыҡ төбәктәр үҙмәшғүлдәр өсөн һалым индерергә хоҡуҡлы, ә үҙмәшғүл статусын 16 йәштән алырға мөмкин;
-Рәсәйҙә туристик миҙгел асыла. Балалар лагерҙары һәм шифаханалар эшләй башлай (төбәктәр үҙҙәре хәл итә);
-дарыуға, аяҡ кейеменә һәм тәмәкегә билдә мотлаҡ ҡуйылырға тейеш;
-пенсионерҙарҙың ҡайһы бер категорияларына түләүҙәр индексациялана: бәлиғ булмаған балаларҙың опекуны йәки попечителе булғандарға, шулай уҡ эшләп йөрөгән пенсионерҙар эшләүҙән туҡтаһа, уларҙың пенсияһын индексациялау тергеҙелә;
-1 июлдән 31 декабргә тиклем эшләп йөрөгән граждандарға электрон йәки ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен һайларға кәрәк.
-тюнингланған автомобилдәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелә. Машинаһына газ ҡорамалы ҡуйғандар, автомобилен көс бамперҙары йәки экспедиция багажниктары менән йыһазландырғандар, шулай уҡ штат ултырғыстарын алмаштырғандар өсөн техник лабораторияға барыу мотлаҡ;
-Рәсәй биләмәһенә төҙөлөш өсөн махсус техника, самосвалдар, экскаваторҙар, манипуляторҙары булған йөк машиналары, шулай уҡ йөк тракторҙары һәм руле уң яҡта урынлашҡан пассажир автобустары индереү тыйыла.
Читайте нас: