Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 22:01

Өфө фатирҙарының береһендә йыланға тап булғандар

Йыланды Баҡалы урамы 28-се йорттағы фатирҙың балалар бүлмәһендә тапҡандар. Фатир хужаһы ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.

Бөгөн уның хужабикәһе табылған

Йыланды Баҡалы урамы 28-се йорттағы фатирҙың балалар бүлмәһендә тапҡандар. Фатир хужаһы ҡотҡарыусыларҙы саҡырған, улар йыланды тотҡан һәм банкаға ултыртып алып киткән.

Киң мәғлүмәт саралары йылан тураһында яҙып сыҡҡас, уның хужабикәһе ҡотҡарыусыларға килгән. Асыҡланыуынса, йылан биш ай элек юғалған, уның ҡайҙа йөрөгәне, нимә ашағаны йомаҡ булып ҡала. Ҡыҙ һөйләүенсә, йылан әллә нисәмә тапҡыр 200 лиртлыҡ террариумдан ҡасырға маташҡан.

Әйткәндәй, был туҙбаштар ғаиләһенә ҡараған ағыуһыҙ йылан булып сыҡҡан.
Читайте нас: