Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 14:00

Мәктәп яны лагерҙарын асыу көнө күсерелде, битлек режимы оҙайтылды

Башҡортостанда мәктәп яны лагерҙарын асыу ике аҙнаға күсерелде. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо турала әйтте. Лагерҙарҙы 1-3 июлдә асырға тейештәр ине. Яҡынса дата - 13-15 июль.

Башҡортостанда мәктәп яны лагерҙарын асыу ике аҙнаға күсерелде. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо турала әйтте. Лагерҙарҙы 1-3 июлдә асырға тейештәр ине. Яҡынса дата - 13-15 июль.
— Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә гөнаһ алмайыҡ. Роспотребнадзор ярамай тип әйтә икән, тимәк, ярамай, - тине Хәбиров.
Республикала битлек режимы һаҡлана. Йәмәғәт транспортында, күп функциялы үҙәктә, магазинда, банкта һәм башҡа ябыҡ биналарҙа битлек кейеү мотлаҡ.
29 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 5315 осрағы теркәлгән (тәүлегенә +48), 2870 кеше һауыҡҡан (тәүлек эсендә +17), вафат булғандар - 18.
ФОТО:saluma.ru
Читайте нас: