“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, республикабыҙ дауаханалары яңы аппараттар менән тулылана,
тип яҙа “Башҡортостан” гәзите. Оҙаҡламай Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы, 21-се ҡала дауаханалары, Октябрьскийҙағы 1-се һәм Сибай, Нефтекама ҡала дауаханалары медицина ҡорамалдары аласаҡ.