"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 12:00

1 июлдән алкоголде ваҡлап һатыу тәртибе үҙгәрҙе

Хәҙер ул төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр һатылмай.

Хәҙер ул төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр һатылмай.
1 июлдән Башҡортостан биләмәһендә алкоголде ваҡлап һатыуҙың яңы тәртибе ғәмәлгә индерелә, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Депутаттар июндәге пленар ултырышта ошо продукцияны һатыу тураһында законға үҙгәрештәрҙе хупланы.
«Алкоголде ваҡлап һатыуҙы көйләгән закон һығылмалыраҡ була бара, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Констатин Толкачев. – Әлегә тиклем беҙҙә киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатылмай ине. 1 июлдән федераль кимәлдә билдәләнгән сикләү генә ғәмәлдә була: төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр. Ләкин кәрәк булған осраҡта Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты режимға төҙәтмәләр индерә һәм урындағы сикләүҙәр билдәләй ала. Был закон ведомствоға тейешле вәкәләттәр бирҙе. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына тыйыуҙар, элекке кеүек үк, ҡағылмай».
Константин Толкачев һүҙҙәренсә, парламент элеккесә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу өлкәһен көйләүҙә ҡатнаша.
Читайте нас: