Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 16:00

1 сентябрҙә балалар ғәҙәти режимда мәктәпкә бара

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов 1 сентябрҙә балаларҙың ғәҙәти режимда мәктәпкә барасағы тураһында белдерҙе.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов 1 сентябрҙә балаларҙың ғәҙәти режимда мәктәпкә барасағы тураһында белдерҙе, тип яҙҙы “Башинформ”. Ләкин, ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, бының өсөн бер шарт бар.
Хәлде иҫәпкә алып, беҙ эпидемиологик һаҡланыу сараларын көсәйтербеҙ, бөгөн төбәктәр менән ошондай эш алып барыла», — тине Сергей Кравцов «Рәсәй-24» телеканалына биргән интервьюһында.
Уға тиклем Республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә 1 июлдә балаларҙы ҡабул итергә тейеш булған мәктәп яны лагерҙарын асыуҙы 15 июлгә ҡәҙәр кисетереп тороу хаҡында белдергәйне.
Фото: “Ейәнсура таңдары”
Читайте нас: