Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 13:30

Бөгөн - Рəсəйҙə Конституцияға төҙəтмəлəр индереү буйынса тауыш биреүҙең төп һəм һуңғы көнө

Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең төп һәм һуңғы көнө етте.

Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең төп һәм һуңғы көнө етте.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдереүенсә, 29 июнгә һайлауға хоҡуғы булған граждандарҙың 45,7 проценты (49 649 010 кеше) үҙ тауышын биргән дә инде.
Ә Башҡортостанда 1 июль иртәһенә ҡарата 2 100524 кеше тауыш биргән.
Хөрмәтле райондаштар! Ә һеҙ үҙ фекерегеҙҙе белдерҙегеҙме әле?
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ. Коронаға бәйле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Маска, бирсәткә, ручка һәр кемгә бирелә, дистанция һаҡлана. Участкаға килеп ингәс тә һәр кемдең тән температураһы үлсәнә.
Читайте нас: