Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 22:00

Фәнни-мәғариф үҙәге буласаҡ

Башҡортостанда фәнни-мәғариф үҙәге буласаҡ, тип хәбәр итте кисә Башҡортостан ДТРК-һы.

Башҡортостанда фәнни-мәғариф үҙәге буласаҡ, тип хәбәр итте кисә Башҡортостан ДТРК-һы. Ғәмәлдә ул ойошторолған. Хәҙер федераль конкурста ҡатнашыу бурысы тора. Уның һөҙөмтәләре буйынса ул донъяуи кимәлдәге фәнни үҙәк статусын аласаҡ.
Илдең фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары етәкселәре, фән эшмәкәрҙәре менән үҙәктең киләсәге тураһында фекер алышты. Федераль министр әйтеүенсә, заман шарттары мәғариф алдында яңы талаптар ҡуя. Белем биреү, фән өлкәһе һынау осоро кисерә һәм яңы кимәлгә сығыуға әҙер булырға тейеш. Хатта тотош донъяла хакимлыҡ иткән пандемия ла мәғариф тармағына яңы мөмкинлектәр аса, тине ведомство етәксеһе.
Валерий Фальков Өфө дәүләт авиация-техник университеты менән дә танышты. Федераль министр студенттар менән осрашып һөйләште.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы
Читайте нас: