Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 20:00

Республикала юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары күбәйтелде

Башҡортостанда быйыл 11 мең 200-ҙән ашыу абитуриент дәүләт иҫәбенә белем алыуға дәғүә итә.

Башҡортостанда быйыл 11 мең 200-ҙән ашыу абитуриент дәүләт иҫәбенә белем алыуға дәғүә итә. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итте.
Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вуздарҙа бюджет урыны ла күбәйтелде. Республикала юғары уҡыу йорттарына 20 июндән ҡабул итеү башланды. Документтар дистанцион рәүештә тапшырыла. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, һәр абитуриент өсөн шәхси кабинет ҡаралған. Ҡабул итеү комиссияһы вәкилдәре шуның аша документтарҙы тикшерә.
Июлдә сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Абитуриенттарға имтихан һөҙөмтәләре менән сертификат алып килеү кәрәк түгел. Берҙәм электрон базала бөтә мәғлүмәт туплана.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына быйыл 1 мең 700-гә яҡын бюджет урыны бүленгән.
Фото: www.ptoday.ru
Читайте нас: