Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 14:00

Артабан да бергә ҡалайыҡ!

Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, рухташтар!Тормош үҙе – сират күпере, тигәнгә тағы бер тапҡыр инандырҙы был күҙгә күренмәгән вирус.

Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, рухташтар!
Тормош үҙе – сират күпере, тигәнгә тағы бер тапҡыр инандырҙы был күҙгә күренмәгән вирус. Ҡылдан нескә икән шул, күнегелгән тормошобоҙ бер көн килеп селпәрәмә килә
алыу ихтималы һағайтты. Пландарҙы үҙгәртергә мәжбүр булдыҡ, күп кенә саралар онлайн алымға күсерелде, уй-ниәттәребеҙ (мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан
иғлан ителгән “Улар илгә еңеү яулашты” бәйгеһе еңеүселәрен тантаналы бүләкләү; гөл-сәскә яратыусы дуҫтарыбыҙҙы бер ҡорға йыйып, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ
дәрестәре күрһәтеү кеүек саралар) билдәһеҙ осорға кисектерелде. Уларына түҙеп ҡарарға була, ә бына гәзит уҡыусыларыбыҙҙың шаҡтай өлөшөн юғалтыу ихтималы
борсолорға мәжбүр итә. Республикабыҙҙа 2020 йыл – Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән осорҙа “Ейәнсура таңдары”н алдырыусылар кәмеһә, бик аяныслы булыр. Телебеҙҙе һаҡлар, яҡлар өсөн ҡалҡан булып баҫыр ул милли баҫма яҙмышына битараф булмаған, телем, халҡым тип янған ҡәрҙәштәребеҙ, тигән өмөт менән ярҙам һорап ҺЕҘГӘ өндәшәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Мәғлүм булыуынса, гәзит-журналдарға яҙылыу 13 июнгә тиклем оҙайтылды, ошо форсатты файҙаланып, үҙегеҙ ҙә яҙылығыҙ, берәй мохтаж туғанығыҙға ла яҙҙырығыҙ, бүләк итеп бирегеҙ! Ә инде “эшләгән саҡта күп уҡыныҡ руссаһын, хәҙер башҡортсаһын алдырайыҡ”, – тип “Ейәнсура таңдары”на яҙылған Салауат ағай Ишмөхәмәтовҡа һәм тоғро ҡалған 1239 уҡыусыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ!
Читайте нас: