Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 12:15

Милли проект: Балалар сәләмәтлеген хәстәрләп

"Демография" милли проектын ғəмəлгə ашырыуға ярашлы, республикала "Һөт кухнялары" программаһы əүҙемлəште.

"Демография" милли проектын ғəмəлгə ашырыуға ярашлы, республикала "Һөт кухнялары" программаһы əүҙемлəште.
Файҙалы һөт ризыҡтарын балалар баҡсаларына ла ебəрəлəр. Мəҫəлəн, Сибай ҡалаһының 10 мəктəпкəсə белем биреү учреждениеһының менюһына 3,2 процент ҡуйылыҡтағы
пастеризацияланған һөт индерелгəн. Артабан баҡсалар һаны тағы күбəйəсəк.
Беҙҙə "Һөт кухняһы" өсөн алты урында етештереү предприятиелары бар. Уларҙа тəүлегенə биш тоннаға яҡын һөт əҙерлəнə. Барлығы 97 таратыу пункты эшлəй. Бушлай ризыҡ менəн 22 меңдəн ашыу бала тəьмин ителə.
Əлегə продукция һигеҙ төр ризыҡтан ғибəрəт. Һөт, кефир, эремсек, йогурттың төрлөсə варианттары.
Фото: Өфө хакимиəте сайтынан.
Читайте нас: