Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” нацпроекты тормошҡа ашырыла. Уның йүнәлештәренең береһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш иткәндә комплексы система булдырыу. Башҡортостанда мусор сығарыуҙы мобил оператор ярҙамында түләп буласаҡ.
Шулай, Башҡортостандың район һәм ҡалаларҙы хеҙмәтләндергән төбәк операторҙарының береһе ТКО ООО «Экология Т» махсус мобиль ҡушымта булдырасаҡ. Компания директоры Илнур Шакиров әйтеүенсә, был мусор сығарыу өсөн түләүҙе еңелләштереү өсөн эшләнелә.
Опция 10 июлдән эшләй башлаясаҡ. Бының өсөн «Экология Т» мобиль ҡушымтаһын күсерергә кәрәк, ә инеү лицевой счет номеры буйынса.