Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 22:55

Иғтибар!!! Бәйге!!!

Ейәнсура районы халҡын Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған фотолар бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Һәр номинацияла өс премия билдәләнәсәк: 25 000, 15 000 һәм 10 000 һум. Гран-при – 50 000 һум. Заявкалар 30 июндән 30 сентябрға тиклем ҡабул ителә. “Ил объективта” Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу фотоконкурсында илебеҙҙең бәлиғ булған бөтә кешеһе лә ҡатнаша ала.Бәйге шарттары менән тулыраҡ сайтта танышырһығыҙ.

Ейәнсура районы халҡын Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған фотолар бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Гран-при – 50 000 һум. Заявкалар 30 июндән 30 сентябрға тиклем ҡабул ителә.
“Ил объективта” Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу фотоконкурсында илебеҙҙең бәлиғ булған бөтә кешеһе лә ҡатнаша ала.
Эштәр өс номинацияла ҡабул ителә:
  • ”Випинға илде күрһәт” – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу талисманы – Випин ҡошсоғо ҡатышлығы менән тыуған райондың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән фотолар;
  • “Йолаларҙы һаҡлайбыҙ”. Беҙ һеҙҙең райондың сағыу образлы кешеләре, шул иҫәптән милли кейемдә, шулай уҡ этник кухня аш-һыуы, йола һәм байрамдар төшөрөлгән фотоэштәрҙе күреүгә шат буласаҡбыҙ;
  • “Ғаилә альбомы”, бында туғандарыңдың бер нисә быуыны төшөрөлгән фотоларын күрһәтергә була.
  • Һәр фотоны ҡыҫҡаса тасуирларға һәм ниндәй номинацияға икәнен яҙырға онотмағыҙ.
    Бәйгелә ҡатнашыр өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһының сайтында (strana2020.ru) теркәлергә һәм Инстаграм социаль селтәрендә фотографияны урынлаштырып, @strana2020 ссылкаһы һәм #фотоконкурс_перепись #Зианчуринскийрайон хэштэге менән билдәләргә кәрәк.
    Һәр номинацияла өс премия билдәләнәсәк: 25 000, 15 000 һәм 10 000 һум. Жюри шулай уҡ 50 000 һумлыҡ гран-при ҙа булдырған. Тулы мәғлүмәтте ВПН-2020 сайтында алырға була. Теркәлгәндәр һорауҙарын Ватсапта +79373684404 телефон һандарына яҙа ала.
    Читайте нас: