Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы унынсы республика “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” шәфҡәтлелек акцияһына старт бирелеүе тураһында иғлан итә. Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Үҙәктәрҙең адресын һылтанма буйынса табырға мөмкин.
Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.
Ярҙам Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыу Иҫәнғол ауылы, Блюхер тыҡрығы, 7-се һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” хеҙмәте базаһында башҡарыла. Справкалар өсөн телефон: 2-10-70.