Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2020, 12:00

Бушлай такси

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.

Өфөлә социаль такси эшләй башланы, тип хәбәр итте Башҡортостан ДТРК-һы. «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр алдынан социаль хеҙмәткә дәғүә итеүе хаҡындағы документын күрһәтергә тура киләсәк. Бушлай такси проектын Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә төбәк башлығы тәҡдим иткән грант аҡсаһына бойомға ашыра. Мәғлүм булыуынса, Өфөлә беренсе группа инвалидтары менән мөмкинлеге сикле балалар һаны 9 меңдән ашыу. Социаль проект уларҙың социаль объекттарға барыр өсөн транспорт файҙаланыу мөмкилнлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас: