1-се июлдән коммуналь хеҙмәттәр ҡиммәтләнде. Был хаҡта Башҡортостан ДТРК-һы
хәбәр итте. Төбәктәргә ҡарап ул уртаса 2,4 проценттан 6,5 процентҡаса етә. Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә бигерәк тә электр энергияһына — 5 процентҡа, һыу менән тәьмин итеүгә – 3 процентҡа, йылыға киткән энергияға – 3 процентҡа хаҡ арта. Ә бына халыҡ өсөн тәғәйенләнгән газға тарифтар үҙгәрешһеҙ ҡала.