Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 13:30

Башҡортостанда мәктәптәр, балалар баҡсалары, лагерҙар әлегә асылмай

Башҡортостанда әлегә мәктәп һәм балалар лагерҙарын, шулай уҡ балалар баҡсаларын асыу өсөн нигеҙ юҡ. Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостанда әлегә мәктәп һәм балалар лагерҙарын, шулай уҡ балалар баҡсаларын асыу өсөн нигеҙ юҡ. Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.
«Бына 23-сө көн хәл тотороҡло, ләкин артабан яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй. Был һандар хәлде тотороҡландырыуыбыҙ тураһында һөйләй, әммә беҙҙең эшмәкәрлек сирлеләр һанын кәметеүгә килтермәй. Хәл бик шәптән түгел, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Шуға беҙ мәктәп һәм балалар лагерҙарын асыу хаҡында ҡарар ҡабул итмәйбеҙ. Был балалар баҡсаһына ла ҡағыла. Киләһе датаны 15 июлгә билдәләйбеҙ, әлегә күҙәтеп барабыҙ».
Республика башлығы бөтә ерҙә лә битлек режимын үтәргә саҡырҙы.
Читайте нас: