Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 14:30

Радий Хəбиров: "Беҙҙең ҡотҡарыусылар йəнə лə батырлыҡ яһаны"

БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтəр сəхифəлəренə бына ошолай тип яҙған:- Уҙған йəкшəмбелə беҙҙең ҡотҡарыусылар Өфөнөң бер күп ҡатлы йортонда 18 кешене, шул иҫəптəн 6 баланы уттан алып сыҡҡан. Өлкəн йəштəге ике кешене күтəрепсығарып, "ашығыс ярҙам"ға тапшырғандар. Шулай итеп, үҙ ваҡытында күрһəтелгəн ярҙам һөҙөмтəһендə бер кемдең дə ғүмере өҙөлмəгəн. Айырыуса батырлыҡкүрһəткəндəрҙе бүлəклəрбеҙ.Үҙ сиратымда, мин һаҡланығыҙ һəм яҡындарҙы һаҡлағыҙ тип мөрəжəғəт итəм. Был аҙнала синоптиктар эҫе һауа торошо вəғəҙəлəй, янғындар хəүефе лə арта. Беҙ янғыниҫкəрткестəре ҡуйыуҙы дауам итəбеҙ, уларҙың дөйөм һаны 193 меңгə барып етте. Кемдең аҡсаһы етмəй, уларға бушлай бирəбеҙ. Был юҫыҡта эштəр дауам итəсəк.Əйткəндəй, шул тиклем ҙур төбəк етəксеһе пластмасса ҡумталар менəн булыша тип минəн көлөүселəр ҙə осраны. Ə шулай ҙа беҙ 400 кешенең, шул иҫəптəн 160 баланың ғүмерен һаҡлап ҡала алдыҡ.Хəтерегеҙгə төшөрəм - янғын извещателен алыу өсөн 8(347)272-00-24 телефонына шылтыратырға йəки БР Ғəҙəттəн тыш хəлдəр буйынса дəүлəт комитетының рəсми сайтында(https://gkchs.bashkortostan.ru/hotline/) ғариза ҡалдырырға кәрәк.

БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтəр сəхифəлəренə бына ошолай тип яҙған:
- Уҙған йəкшəмбелə беҙҙең ҡотҡарыусылар Өфөнөң бер күп ҡатлы йортонда 18 кешене, шул иҫəптəн 6 баланы уттан алып сыҡҡан. Өлкəн йəштəге ике кешене күтəреп
сығарып, "ашығыс ярҙам"ға тапшырғандар. Шулай итеп, үҙ ваҡытында күрһəтелгəн ярҙам һөҙөмтəһендə бер кемдең дə ғүмере өҙөлмəгəн. Айырыуса батырлыҡ
күрһəткəндəрҙе бүлəклəрбеҙ.
Үҙ сиратымда, мин һаҡланығыҙ һəм яҡындарҙы һаҡлағыҙ тип мөрəжəғəт итəм. Был аҙнала синоптиктар эҫе һауа торошо вəғəҙəлəй, янғындар хəүефе лə арта. Беҙ янғын
иҫкəрткестəре ҡуйыуҙы дауам итəбеҙ, уларҙың дөйөм һаны 193 меңгə барып етте. Кемдең аҡсаһы етмəй, уларға бушлай бирəбеҙ. Был юҫыҡта эштəр дауам итəсəк.
Əйткəндəй, шул тиклем ҙур төбəк етəксеһе пластмасса ҡумталар менəн булыша тип минəн көлөүселəр ҙə осраны. Ə шулай ҙа беҙ 400 кешенең, шул иҫəптəн 160 баланың ғүмерен һаҡлап ҡала алдыҡ.
Хəтерегеҙгə төшөрəм - янғын извещателен алыу өсөн 8(347)272-00-24 телефонына шылтыратырға йəки БР Ғəҙəттəн тыш хəлдəр буйынса дəүлəт комитетының рəсми сайтында
(https://gkchs.bashkortostan.ru/hotline/) ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Читайте нас: