Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 22:00

Әрмегә китә егеттәр...

Әрмегә китә егеттәр йәки Ибрай - чемпион!Һуңлап булһа ла хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Һалдатҡа оҙатыу күптән инде беҙҙең халыҡта йолаға әйләнгән бит инде, тик миңә һуңғы осорҙа бындай сараларҙа ҡатнашырға тура килмәгәйне.

Әрмегә китә егеттәр йәки Ибрай - чемпион!
Һуңлап булһа ла хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Һалдатҡа оҙатыу күптән инде беҙҙең халыҡта йолаға әйләнгән бит инде, тик миңә һуңғы осорҙа бындай сараларҙа ҡатнашырға тура килмәгәйне. Шуға күрә бер туған мыртыйымдың улын әрмегә алалар тигәс бик теләп Өмбәткә юлландыҡ. Ҡәҙимгесә үтте оҙатыу мәжлесе, егетебеҙ үҙе теләп барғас борсолоу-илашыуҙар бик булманы, теләктәр әйтелде, гармунға ҡушылып йырлаштылар.
Һүҙем икенсе нимә тураһында. Беренсенән, Иҫәнғолдан егеттәрҙе бик һуңға, төнгө сәғәт 2-лә,алып китәләр икән. Был ата-әсәгә, оҙатыусыларға мәшәҡәт тыуҙыра, төнгө юл да хәүефләндерә. Әлбиттә, романтика ла бар, бигерәк тә йәштәр өсөн.
Икенсенән, яңы традициялар ҙа барлыҡҡа килгән икән. Мәҫәлән, буласаҡ һалдатты күккә сөйөү, Өмбәт егеттәре Афзалды ҡулдарына алып 12 тапҡыр (һәр бер хеҙмәт айы иҫәбенәлер инде) күтәреп төшөрҙөләр. Егеттәрҙең күмәк, берҙәм булыуы кәрәк бында. Ә бына ҡайһы бер ауылдан оҙатыусылар әҙ булғанғамы икән, йә 5-6 тапҡыр ғына күтәреп, йә саҡ саҡырылыусы егетте төшөрөп ебәрмәй, туҡтап ҡалдылар.
Октябрь революцияһы урамы автомобилдәр, оҙатыусылар менән тулы, полиция хеҙмәткәрҙәре лә етерлек. Шулар араһында өмбәттәрҙән тыш, Ибрай йәштәре айырылып торҙо, уларҙың “Ибрай – чемпион” тип һөрәнләүҙәрен, моғайын, бөтә Иҫәнғол ишеткәндер. Шулай уҡ был ике ауыл егеттәренең дуҫтарын йырлап оҙатыуҙары оҡшаны. Бигерәк тә өмбәттәр, улар беҙҙең улыбыҙ автобусҡа ултырғансы саф башҡортса йырҙарҙы һуҙҙылар ғына.
Беҙҙең Үргендән дә был көндө ике егеттте, бер туған Рәзиф һәм Зариф Зариповтарҙарҙы оҙаттыҡ, ә иртәгәһенә уларҙың ике туғаны Илдан Зарипов та әрмегә юлланды. Бөтә Зариповтарға оҡшап был өс егет тә бик булдыҡлы, тырыш, улар матур хеҙмәт итеп әйләнеп ҡайтырҙар тип ышанабыҙ.
Ғөмүмән бөтә әрме сафына алыныусыларға ла, ошондай ҡатмарлы осорҙа, Ватан алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәп, туғандарын ҡыуандырып, иҫән-һау тыуған яҡтарын күрһендәр тип теләйбеҙ инде.
Марат Хәлитов.
Читайте нас: