Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 17:00

Яңылыш ҡына ҡағылып...

Ҡошсолоҡ фабрикаларының береһендә хеҙмәткәр ҡазаға тарыған.

Ҡошсолоҡ фабрикаларының береһендә хеҙмәткәр ҡазаға тарыған.
“Турбаслы бройлерҙары” йәмғиәтендә 31 йәшлек хеҙмәткәр ҡайнар һыуға бешкән. Был хаҡта “Башҡортостан” дәүләт радиокомпанияһы хәбәр итә.
Был хәл 3 майҙа һуғым эшкәртеү комплексының вентиляция камераһы бинаһында булған. Оператор йөк арбаһында гофротара алып барғанда, яңылыш вентиляция системаһының рычагына ҡағыла. Шул ваҡыт һыу йылытыу системаһындағы баҫым аҫтында булған ҡайнар һыу ир кешегә ҡойола.
Тәне бешкән хеҙмәткәрҙе Өфөнөң 18-се дауаханаһына килтерәләр.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы асыҡлауынса, ҡайнар һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлағандан һуң, ҡоролманың ышаныслы ябылыуы тикшерелмәгән. Бынан тыш, йөк (шул иҫәптән гофротара) технологик карта ҡулланылмайынса урынлаштырылған булған.
Ғәйепле яуаплы кешеләргә ҡарата хоҡуҡ боҙоу буйынса административ эш ҡуҙғатылған.
Читайте нас: