Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 18:00

Республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 5731-гә еткән

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны тәүлек эсендә 45-кә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 5731 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Ошо ваҡытта 3 595 кеше һауыҡҡан, 19-ы вафат булған. Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, 8 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, 700 792 сирле теркәлгән, уларҙың 6 562-һе һуңғы тәүлектә асыҡланған. Пандемия башланғандан алып 472 511 кеше һауыҡҡан, 10 667-һе яҡты донъя менән хушлашҡан.

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны тәүлек эсендә 45-кә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 5731 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Ошо ваҡытта 3 595 кеше һауыҡҡан, 19-ы вафат булған.
Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, 8 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, 700 792 сирле теркәлгән, уларҙың 6 562-һе һуңғы тәүлектә асыҡланған.
Пандемия башланғандан алып 472 511 кеше һауыҡҡан, 10 667-һе яҡты донъя менән хушлашҡан.
Читайте нас: