Президент "Рəсəй почтаһы" башлығы Максим Акимовты ҡабул итте.
Максим Акимов белдереүенсə, пандемия осоронда улар эшен бер минутҡа ла туҡтатмаған, бер кемде лə ҡыҫҡартмаған.
"Рəсəй почтаһы"ның 42 мең бүлексəһе бар, уларҙа 330 мең кеше эшлəй.
Владимир Путин бөгөнгө хəлдəре, килəсəккə пландары тураһында ҡыҙыҡһынды.
- Беҙҙең ҙур ике проект бар, - тине Акимов. - Тəүгеһе "Почта-бизнес" тип атала. Ул электрон коммерцияға бəйле. Кешене онлайнда эшҡыуарлыҡ алып барырға өйрəтəсəк. Икенсеһе ауылдарҙа социаль үҙəктəр булдырыу. Мəҫəлəн, магазин, банк, сервис үҙəге һ.б. Бында халыҡҡа дəүлəт хеҙмəте порталында теркəлергə ярҙам итергə мөмкин, онлайн-курстарға яҙылырға, хатта еңелсə медицина хеҙмəте (ҡан баҫымын, пульсты, шəкəрҙе үлсəү) күрһəтергə лə була.
Владимир Путин ярҙам буласағын белдереп баш ҡаҡты. Почтала хəҙер былай ҙа почта ғына түгел. Заманса барыһы ла...
Фото: Кремлин.ру