Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 11:30

Һөйөнөслө яңылыҡ!

Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама һәм Сибай дауаханалары Рәсәйҙә етештерелгән үҙйөрөшлө маммография кабинеттары алды. Уларға асҡыстарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама һәм Сибай дауаханалары Рәсәйҙә етештерелгән үҙйөрөшлө маммография кабинеттары алды. Уларға асҡыстарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Был мобиль комплекстар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған.
Тиҙҙән тағы ла өс машина ҡайтыуы көтөлә. Иң мөһиме, ҡатын-ҡыҙҙар даими тикшеренеү үтһен, сәләмәтлегенә битараф булмаһындар ине.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, яңы техника тикшереү үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙа онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡларға ярҙам итәсәк.
Барлығы быйыл 162 миллион һумға 8 күсмә кабинет алынған.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: