Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 20:50

Ябай ҡағиҙәләр үтәлһен

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн-брифингта министр урынбаҫары Ирина Кононова коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Коронавирустың еңел һәм уртаса ауырлыҡтағы төрөн нисек дауалайҙар? Сирләүҙең нисәнсе көнө иң ауыры тип иҫәпләнә? Йортҡа саҡырылған табип ниндәй ваҡыт арауығында килеп етергә тейеш? Сираттағы брифингта ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар яңғыраны.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн-брифингта министр урынбаҫары Ирина Кононова коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 47 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 5778-гә етте. Һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 3662 (һуңғы тәүлектә 142 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 19. Республика стационарҙарында – 382 (шул иҫәптән 25 кеше ауыр хәлдә, уларҙың етеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1662 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 424846 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә – 4611 кеше.
Ирина Кононова әйтеүенсә, үҙегеҙҙе насар тойған мәлдә нимә эшләргә кәрәк икәнлеген һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоу зарур: әгәр ҙә температура юғары, тамаҡ ауыртыу, йүткереү борсой, эс китә һәм тын ҡыҫыла икән, үҙ аллы поликлиникаға мөрәжәғәт итергә ярамай, табипты өйгә саҡыртыу фарыз. Улар сирлене ике сәғәттә хеҙмәтләндерергә тейеш.
Коронавирус менән сирләүҙең иң ауыр осоро – 3-сө, 5-се һәм 7-се көндәр, ти Ирина Кононова. Шул уҡ ваҡытта өйҙә сирле асыҡланһа, башҡа ғаилә ағзаларына үҙ аллы ҡурсаланыу шарттарын үтәү мотлаҡ.
“Коронавирустың еңел һәм уртаса ауырлыҡтағы төрөн нимә менән дауалайҙар?” тигән һорауға министр урынбаҫары "вирусҡа ҡаршы, тән температураһын түбәнәйтә торған препараттар, антибиотиктар менән" тип яуап бирҙе. Унан тыш, күп итеп һыу эсергә кәрәк.
Фото: ria.ru
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: