"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 18:30

Сит ил вәкилдәре лә ҡатнаша

14 июлдә “Эшҡыуарлыҡты яҡлау: G2B. Партнерлыҡ эволюцияһы” халыҡ-ара форумы үткәреләсәк. Рәсәй сәйәсмәндәре, эшҡыуарлыҡ омбудсмендары, бәләкәй һәм ҙур эшҡыуарлыҡ вәкилдәре Өфөләге “Торатау” конгрес-холында илдәге бәләкәй һәм ҙур эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары хаҡында һөйләшеү өсөн йыйыласаҡ.

Өфөләге форумда Борис Титов эшҡыуарлыҡҡа баҫымды кәметеү инструменттарын менән таныштырасаҡ.
14 июлдә “Эшҡыуарлыҡты яҡлау: G2B. Партнерлыҡ эволюцияһы” халыҡ-ара форумы үткәреләсәк. Рәсәй сәйәсмәндәре, эшҡыуарлыҡ омбудсмендары, бәләкәй һәм ҙур эшҡыуарлыҡ вәкилдәре Өфөләге “Торатау” конгрес-холында илдәге бәләкәй һәм ҙур эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары хаҡында һөйләшеү өсөн йыйыласаҡ. Форум сиктәрендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкиле Борис Титов “Эшҡыуарҙарға административ баҫҡыс индекстары” презентацияһын үткәрәсәк. Ул илдәге мәшғүлдәрҙең контроль-күҙәтеү органдарына мөрәжәғәттәре күрһәткестәренә нигеҙләнгән. Коронавирус пандемияһы менән бәйле көрсөк осоро булһа ла, республикала үҫеш тиҙлеге көсәйҙе. Административ баҫым индексы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, бер йыл эсендә генә ил төбәктәре араһында Башҡортостан 38-се урындан 11-сегә күтәрелгән.
Борис Титовтың белдереүенсә, республика юғары һөҙөмтәле социаль һәм иҡтисади проекттарҙы, бизнес-шерифтар эшмәкәрлеген ойоштороуҙың уңышлы тәжрибәһен тормошҡа ашыра алған. “Башҡортостанда власть менән эшҡыуарҙарҙың партнерлығын төҙөү, проблемаларҙы хәл итеүҙә эшҡыуарлыҡ берекмәләренә ярҙам итеү буйынса ҙур эште күрәбеҙ”, – тине ул.
Сараның эшлекле өлөшөндә эксперттар эшҡыуарлыҡ һәм уны яҡлау тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, иң уңышлы кейстарҙы ҡараясаҡ, киҫкен мәсьәләләрҙе, урындағы үҙидарының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса эш стратегияһын һәм эшмәкәрлек стандарттарын күрһәтәсәк, коронавирус инфекцияһынан һуң үҙ-ара эшмәкәрлек парадигмаһы хаҡында һөйләшәсәк.
Форумда сит ил спикерҙары – Һиндостандың Сауҙа һәм сәнәғәт асоциациялашҡан палаталары директоры Каур Перминдер Джит, Ҡытайҙың Рәсәйҙәге Эшҡыуарҙары союзы рәйесе Чжоу Лицюнь, “DBA GROUP S.p.A” компанияһының башҡарма директоры Раффаэлле Де Беттин һәм Рәсәйҙәге Италия сәнәғәтселәре ассоциацияһы президенты Эрнесто Ферленги – ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, Үзбәкстан Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ субъекттары хоҡуҡтарын һәм законлы ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Дилмурод Ҡасимов һәм Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең кәңәшсеһе Олег Савеленко сараға саҡырылған.
Форум сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарҙар өсөн йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһен һәм Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленең яңы офисын асыу планлаштырылған. Таҫманы тантаналы киҫеү Борис Титов менән Башҡортостан Республикаһы Прокуроры Владимир Ведерников ҡатнашлығында ойоштороласаҡ.
Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле, республиканың “Офис-төркөм” конгресс-бюроһы ойоштора.
Вируслы сирҙәрҙең таралмауы өсөн сара “Роспотребнадзор”ҙың барлыҡ күрһәтмәләре үтәлеп ойоштороласаҡ. Ошо сәбәпле, форумда ҡатнашыусылар һаны сикле. Әммә эшлекле сараны барыһы ла ҡарай ала. Улар өсөн biznesivlast.ru рәсми сайтында онлайн-трансляция ойоштороласаҡ.
Читайте нас: