Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2020, 18:00

100 йәшлек ветеранды үлтереүҙең ҡот соҡос нескәлектәре билдәле булды

100 йәшлек ветеранды үлтереүҙең нескәлектәре билдәле булды. Әле Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында пенсионерҙың кәүҙәһе табылған йортта тикшереүселәр эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтергән ҡәбәхәттәрҙе табырға булышҡандарға 500 мең һум аҡса вәғәҙә итәләр.

100 йәшлек ветеранды үлтереүҙең нескәлектәре билдәле булды. Әле Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында пенсионерҙың кәүҙәһе табылған йортта тикшереүселәр эшләй.
100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Николаевич Несмеяновтың ғүмерен ҡыйғандар.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы ваҡиғалар урынынан хәбәр итеүенсә, йорттоң аҫты өҫкә килгән, енәйәтселәр нимәлер эҙләгән тип фаразлана. Иван Николаевичтың йәнһеҙ кәүҙәһенә беренселәрҙән булып күршеһе тап булған. Ветеран бәйләнгән, башында күп һанлы йәрәхәттәр булған. Алдан яһалған һығымталар буйынса, ветеранды туҡмағандар, ҡиммәтле әйберҙәр һәм аҡсалар таптырыуҙары ихтимал.
Ветеранды үлтереү киң резонанс тыуҙырҙы. Ваҡиға урынына республиканың эске эштәр министры Роман Деев килде. Башҡортостан Республикаһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров үлтереүселәрҙе «әҙәм аҡтыҡтары» тип атаны һәм енәйәтселәр тураһында мәғлүмәт өсөн 500 мең һум вәғәҙә итте. Тәфтиш комитеты «үлтереү» һәм «талау» статьялары буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатты.
Иван Николаевич 2019 йылдың 12 ноябрендә йөҙ йәшлек юбилейын билдәләгән. Ҡатыны үлгәндән һуң үҙе генә йәшәгән. Тыуған ауылы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан
Читайте нас: